Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
19 Февраль 2023, 15:19

Браконьерҙар Ырымбур өлкәһендә тотолған...

Улар Башҡортостан тәбиғәтенә айырыуса ҙур зыян килтереүҙә ғәйепләнә

Браконьерҙар Ырымбур өлкәһендә тотолған...
Браконьерҙар Ырымбур өлкәһендә тотолған...

18 февралдә Башҡортостандың һунарсылыҡ өлкәһен күҙәтеү идаралығы инспекторҙары Башҡортостан Республикаһының Ырымбур өлкәһе менән сиктәш булған һунарсылыҡ биләмәләрендә сираттағы рейд үткәрҙе.  Ырымбур өлкәһенең Туғыҙтимер ауылынан төньяҡ-көнсығыштараҡ 5-6 саҡрым һәм Буранғол ауылынан һунар базаһынан 1,5-2 км алыҫлыҡта улар браконьерҙарҙы тапҡан.

«Башинформ»ға БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, инспекторҙар үлтерелгән ике мышы һалынған ике ҡаргиҙәрҙе туҡтатҡан. Һуңғараҡ Башҡортостан биләмәһендә фараз ителгән енәйәт ҡылынған урында өсөнсө үлтерелгән мышы табылған. Һунар ресурстарына айырыуса ҙур зыян килтерелгән.

Ваҡиға урынына Ырымбур өлкәһенән һунарсылыҡ инспекторҙары һәм полиция саҡыртылған. Енәйәтселәрҙән 3 һунар ҡоралы берәмеге һәм 2 ҡаргиҙәр, 2 мышы түшкәһе менән 2 сана тартып алынған. Әлеге ваҡытта тәүге тәфтиш эштәре алып барыла, шул иҫәптән ваҡиға урынын ҡабаттан тикшереү күҙаллана.

 

фото:БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Браконьерҙар Ырымбур өлкәһендә тотолған...
Браконьерҙар Ырымбур өлкәһендә тотолған...
Браконьерҙар Ырымбур өлкәһендә тотолған...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: