Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
18 Декабрь 2022, 17:30

Аҡъярҙа төҫлө контейнерҙар урынлаштыралар

Улар "Экология" милли проектына ярашлы һатып алынған.  

Аҡъярҙа төҫлө контейнерҙар урынлаштыралар
Аҡъярҙа төҫлө контейнерҙар урынлаштыралар

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проектына ярашлы, Хәйбулла районына ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙарҙың тәүге партияһы килгән.

Район хакимиәтенең сәнәғәт, экология, ҡала һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлегенең әйҙәүсе белгесе Руслан Аҡҡусҡаров белдереүенсә, бөтәһе 100 контейнер һатып алынған. Сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойоштороу маҡсатында районға 25-шәр һары һәм аҡһыл көрән төҫтәге контейнер тапшырылған, ә яҡын арала 25 күк төҫтәге контейнер килтереүҙәре көтөлә.

Башҡортостан Республикаһының ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы туплау тәртибенә ярашлы, быяла өсөн – ҡыҙыл, пластик өсөн – һары, ҡағыҙ өсөн күк төҫтәге контейнерҙар тәғәйенләнгән.

Тәүҙә улар Аҡъяр ауылында ҡуйыласаҡ. Артабан был тәжрибә башҡа тораҡ пунктарҙа ла таратыласаҡ.

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

 #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: