Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
12 Декабрь 2022, 22:05

Тайыштабан өңөндә йоҡлап ятҡанда...

Ирҙәр үҙ ғәйебен таныған, уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылыуы мөмкин

Тайыштабан өңөндә йоҡлап ятҡанда...
Тайыштабан өңөндә йоҡлап ятҡанда...

Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Бөрйән районы буйынса юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары менән бергә рейд барышында законһыҙ рәүештә айыу атыу осрағын асыҡлаған.

«Байғаҙы ауылынан 4 саҡрым алыҫлыҡта полиция хеҙмәткәрҙәре 54, 38, 35 йәштәге өс ирҙе енәйәт урынында ҡулға алған һәм полиция бүлегенә алып киткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быға тиклем хөкөм ителгән 54 йәшлек ирҙең һунар итеү өсөн лицензияһы булмаған, ләкин был уға урманға һунар итергә килергә ҡамасауламаған. Ғәйепләнеүсе айыуҙы өңөндә күреп ҡалып, ошо мәлдән файҙаланырға хәл иткән. Ул хайуанды атып үлтергән, ләкин түшкәһен бүлеүҙе бер үҙе башҡарып сыға алмаған. Шул саҡта яҡында ғына йәшәгән кешеләр уға ярҙам иткән. Башланған эш тамамланмай, браконьерҙарҙы полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ирҙәр үҙ ғәйебен таныған. Тентеү барышында полиция ике һунар ҡоралын, 20-нән ашыу патронды, бысаҡты һәм хайуан түшкәһен тартып алған.

Әле полицейскийҙар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауын дауам итә. Енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.

 
 
МВД по РБ
Фото:МВД по РБ
 
 
МВД по РБ
Фото:МВД по РБ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: