Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
7 Декабрь 2022, 12:33

Районға яңы контейнерҙар килтерелде

Сүп-сарҙы айырым йыйыуға күсеү “Экология” милли проектына ярашлы алып барыла. Ул ҡалдыҡтарҙы мөмкин тиклем күберәк эшкәртеүҙе һәм икенсел сеймалды ҡулланыуҙы маҡсат итеп ҡуя

Районға яңы контейнерҙар килтерелде
Районға яңы контейнерҙар килтерелде

Хәйбулла районына «Экология» милли проектының «Көнкүреш комплекслы системаһы» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан һатып алған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙарҙың тәүге партияһы килде. Контейнерҙар федераль һәм республика бюджеттары средстволарын йәлеп итеп һатып алынған. Бының тураһында район хакимиәтенең сәнәғәт, экология, ҡала һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлегенең әйҙәүсе белгесе Руслан Аҡҡусҡаров хәбәр итте.

–Республиканың барлыҡ муниципаль райондары һәм ҡала округтары өсөн контейнерҙар һатып алыуға ике бюджеттан йәмғеһе 172 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Күрһәтелгән средстволар иҫәбенә 11 451 контейнер, шул иҫәптән Хәйбулла районы өсөн 100 контейнер һатып алынды.  Сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы ойоштороу маҡсатында районға 25 һары һәм аҡһыл төҫтәге контейнер, ә яҡын арала 25 ҡыҙыл һәм 25 күк контейнер ҡайтарыла. Башҡортостан Республикаһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы туплау тәртибенә ярашлы, быяла өсөн - ҡыҙыл, пластик өсөн - һары, ҡағыҙ өсөн күк төҫтәге контейнерҙар тәғәйенләнгән.

Тәүҙә улар Аҡъярҙа ҡуйыласаҡ. Артабан был тәжрибәне башҡа тораҡ пункттарҙа ла таратасаҡтар. Әлегә иһә уларҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым туплауҙың дуаль схемаһын ғәмәлгә ашырасаҡбыҙ. Уның менән бергә утилләштереү талап ителгән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың ҡоро компоненттары аҡһыл көрән (бежевый) төҫтәге контейнерға һалына. Һатып алынған контейнерҙар СанПин талаптарына ярашлы йыһазландырылған контейнер майҙансыҡтарына ҡуйыла.

Хөрмәтле район халҡы, аҙыҡ-түлек менән бәйле ҡатнаш ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙарға ташламауығыҙҙы һорайым. Сүп-сарҙы айырым йыйыу - сүплектәрҙә һәм полигондарҙа урынлаштырылған ҡалдыҡтар күләмен кәметергә, тимәк, киләсәк быуын өсөн планета таҙалығын һаҡларға мөмкинлек биргән ябай ҡарар,– тине ул.

Сүп-сарҙы айырым йыйыуға күсеү “Экология” милли проектына  ярашлы алып барыла. Ул ҡалдыҡтарҙы мөмкин тиклем күберәк эшкәртеүҙе һәм икенсел сеймалды ҡулланыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

#нацпроекты #регпроекты #нацпроектбашкортостана #экобашкортостан #минэкологиирб #чистаястрана

Районға яңы контейнерҙар килтерелде
Районға яңы контейнерҙар килтерелде
Районға яңы контейнерҙар килтерелде
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: