Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
28 Ноябрь 2022, 20:53

Башҡортостанда «Шыршы-2022» операцияһы дауам итә

   

Башҡортостанда «Шыршы-2022» операцияһы дауам итә
Башҡортостанда «Шыршы-2022» операцияһы дауам итә

21 ноябрҙә Башҡортостанда йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса «Шыршы-2022» операцияһы башланды. Акция 2022 йылдың 31 декабренә тиклем дауам итә.

Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡытта йәш ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ әҙерләү урындарында тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү ойошторола. Шулай уҡ шыршылар һатылған урындарҙа рейдтар үткәрелә.  

«Яңы йыл шыршыларын законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Граждандар өсөн штраф күләме — 3-4 мең, вазифа биләүселәргә — 20-40 мең, юридик шәхестәргә — 200-300 мең һум. Штрафтан тыш, закон боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыяндың суммаһы 5 мең һум һәм унан күберәк тәшкил итһә, закон боҙоусы енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Ошо статья буйынса иң күбендә алты йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай», — тине Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов.

Ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ әҙерләү тураһында Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә мөмкин: 8(347) 218-14-14.

Фото:Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: