Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
15 Ноябрь 2022, 19:35

Ирәндек һыртында мышыны атып үлтергәндәр...

Тағы бер районда браконьерҙар өс айыу балаһын да аямағандар

Ирәндек һыртында мышыны атып үлтергәндәр...
Ирәндек һыртында мышыны атып үлтергәндәр...

Уҙған көндәрҙә Баймаҡтан алыҫ түгел Ирәндек һыртындағы һунар биләмәләрендә Башҡортостандың Экология министрлығы инспекторы атып үлтерелгән мышыны тапҡан, йәнлекте аулауға рөхсәтһеҙ килгән эргәләге ирҙе тотҡандар.

Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә һөйләнеләр. Ведомство инспекторы полицейскийҙарҙы саҡырған, улар ғәйепләнеүсенең ике мылтығын тартып алған, ә машинаны махсус туҡталҡаға оҙатҡан. Граждан законһыҙ һунар итеүҙә ғәйепләнә. Бының өсөн енәйәт яуаплылығы янай (иректән мәхрүм итеү йәки 2 йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәре, ярты миллион һумғаса штраф). Бынан тыш, браконьерға тәбиғәткә килтерелгән зыянды 240 мең һум күләмендә ҡапларға тура киләсәк.

Бынан алда «Башинформ» республикала законһыҙ һунар осраҡтарының йышайыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Ағымдағы йылда браконьерҙарға ҡаршы 41 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уҙған аҙнала браконьерҙар Йылайыр, Яңауыл, Иглин райондарында инә мышыны атып үлтергән, ә Ҡыйғы районында инә айыуҙы, өс айыу балаһын һәм ҡабанды үлтергәндәр.

 

18+

фото:Башҡортостандың Экология министрлығы. 18+

Ирәндек һыртында мышыны атып үлтергәндәр...
Ирәндек һыртында мышыны атып үлтергәндәр...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: