Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
14 Ноябрь 2022, 15:05

Һыу ни өсөн йәшел төҫкә буялған?

  

Һыу ни өсөн йәшел төҫкә буялған?
Һыу ни өсөн йәшел төҫкә буялған?

Башҡортостандың Экология министрлығында йырында йәшел төҫкә буялған һыуға бәйле хәлгә аңлатма бирҙеләр. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 13 ноябрҙә «Урман яланы» коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәте янындағы хәл буйынса ашығыс хеҙмәттәргә ошо хәлдең шаһиты хәбәр иткән. Урынға экологтар ҙа сыҡҡан.

«Тикшереү һөҙөмтәһендә йырындағы һыуҙың йәшел төҫкә буялыуы асыҡланған. Үҙенсәлекле еҫ юҡ. Һыу төҫөнөң үҙгәреүе 500-700 метр алыҫлыҡта күҙәтелә, артабан эрей. Балыҡ бында  үрсемәй. Өфө дәүләт авиация техник университеты лабораторияһы бер нисә урындан анализдарға өлгөләрҙе һайлап алған. Һынау һөҙөмтәләре һуңғараҡ әҙер була», - тип асыҡлыҡ индерҙе Өфө территориаль идаралығының баш белгес-эксперты Илшат Абдуллин.

Билдәләнеүенсә, Башҡортостандың Экология министрлығы хәлде контролдә тота. Бынан алда Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә муниципалитет биләмәһендә йәшел һыулы канау теркәлгәнен хәбәр иткәйне. Полиция һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре ошо осраҡ буйынса тикшереү алып бара, тип өҫтәне ул.

 

фото:Башҡортостандың Экология министрлығы.

Һыу ни өсөн йәшел төҫкә буялған?
Һыу ни өсөн йәшел төҫкә буялған?
Һыу ни өсөн йәшел төҫкә буялған?
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: