Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
13 Ноябрь 2022, 23:02

Урман шаулап үҫһен!

Ҡариҙел урман хужалығында үҫентеләрҙе яңы алым буйынса үҫтереү өсөн икенсе теплица төҙөгәндәр.

Урман шаулап үҫһен!
Урман шаулап үҫһен!

Башҡортостан урмансылары үҫентеләрҙе ябыҡ тамыр системаһына ярашлы үҫтереү өсөн теплицалар төҙөй. Был алымды индереү урманды тергеҙеүҙең яңы ҡағиҙәләренә бәйле.

Билдәле булыуынса, “Экология” милли проектына (национальный проект "Экология") ярашлы, ябыҡ тамыр системаһы буйынса үҫтерелгән үҫентеләр иҫәбенә яһалма һәм ҡатнаш урман тергеҙеү майҙандарын яйлап арттырыу планлаштырыла.

Хәбәр итеүебеҙсә, был йүнәлештәге эштәр урман хужалыҡтарының бюджеттан тыш средстволары иҫәбенә алып барыла.

Бөгөн Башҡортостанда ошо йүнәлештә эшләгән 50 теплица бар.

Ҡариҙел урмансыларының тәжрибәһе һөҙөмтәле булып сыҡты, шуға күрә улар үҫентеләр менән тәьмин итеү өсөн икенсе теплица ла төҙөгән.

- Теплицаның ҙурлығы 8-гә 45 метр. Өҫтәмә 1000 кассета һатып алдыҡ һәм бында 80 мең дананан ашыу ылыҫлы ағас үҫентеләрен үҫтерергә ниәтләйбеҙ, - тип һөйләне учреждениеның директоры Рәүеф Ғафаров.

Урмандарҙы тергеҙеүҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сифатлы башҡарып сығыу мөмкинлеге биргән яңы алымдарҙы индереү мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Ябыҡ тамырлы үҫентеләрҙе файҙаланыу перспективалы йүнәлеш булып тора, ғилми тикшеренеүселәрҙең, етештереүселәрҙең көслө ҡыҙыҡһыныуы ла ошоно дәлилләй.

Белеүебеҙсә, “Экология” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: envirocenterdv.org

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: