

""Эх беҙ йәшерәк саҡтарҙа - һикереп мендек аттарға", - тиеп сираттағы рейдты Сик бите, Кәшәр, Михайла ҡырлаһы, Бөркөт һәм Сәргәй атамалы ерҙәрҙә һыбай ат менән үткәрҙек.
Фотоһүрәттә - тоҙ яларға килгән ҡоралайҙар", - тип хәбәр итә Шайтан-Тау заказнигы хеҙмәткәрҙәре.
Әйткәндәй, әленән-әле ошондай ҡыҙыҡлы яҙмалары менән ҡыуандырып тора улар. Күптән түгел генә ҡышыҡы йоҡоһона талмай, әле һаман үҙ биләмәһен байҡап йөрөй биргән тайыш табан тураһында хәбәр итәләр ине.