ЭКОЛОГИЯ
7 Ноябрь 2022, 16:07

Туңа башлаған күлдә - яңғыҙ аҡҡош

Ауыл халҡы уның яҙмышы өсөн борсола

Туңа башлаған күлдә - яңғыҙ аҡҡошТуңа башлаған күлдә - яңғыҙ аҡҡош
Туңа башлаған күлдә - яңғыҙ аҡҡош

Башҡортостандың Ауырғазы районы Исмәғил ауылы халҡы күлдә тороп ҡалған яңғыҙ аҡҡоштоң яҙмышы өсөн борсола. Һыу көндән-көн боҙ ҡатламы менән ҡаплана, һәм оҙаҡламай ҡоштоң туңып үлеүе ихтимал.

«Беҙҙең күлдә аҡҡош туңа. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына шылтыраттыҡ. Тағы ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин?», — тип һорай урындағы халыҡ.

Уларҙың һүҙҙәренсә, аҡҡоштоң тәпәйе яраланған, шуға күрә ул йылы илдәргә оса алмаған.

—Ышылдыҡ (бөҙрә) аҡҡоштар Башҡортостанда тәүге тапҡыр ҡышҡылыҡҡа ҡалмай. Был хаҡта Рәсәй ҡоштарҙы һаҡлау союзы, Өфө ҡоштары атласы сайтында һәм Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе битендә «Һоро муйын» акцияһы отчеттарында уҡырға мөмкин. Әгәр ҡош яралана икән, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына йәнлектәр донъяһын һаҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк, —  тип аңлатма биргән «Башинформ» агентлығына орнитолог Полина Полежанкина.

 

фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Туңа башлаған күлдә - яңғыҙ аҡҡош
Туңа башлаған күлдә - яңғыҙ аҡҡош
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас