ЭКОЛОГИЯ
7 Ноябрь 2022, 17:57

Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысына балыҡтар ебәрҙеләр

    

Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысына балыҡтар ебәрҙеләрБыҙаулыҡ һыуһаҡлағысына балыҡтар ебәрҙеләр
Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысына балыҡтар ебәрҙеләр

Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысына балыҡтар ебәрҙеләр. Бынан ары бында аҡ амур, толстолобик, һаҙан һәм карптарҙың ике төрө йәшәй.

Сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, "Башҡорт баҡыры" йәмғиәте вәкиле Рәмил Туҡаев, төбәктең гидротехник ҡоролмалар етәксеһе Мансур Байгилдин ҡатнашты. Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов хәбәр итеүенсә, кешеләр һәм предприятиелар дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индергән.  Аҡса йыйыуҙы былтыр уҡ ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса сараларҙа башлағайнылар, һуңынан Урал аръяғы балыҡсылары ла иғәнә индергән.

«Хәҙер дөйөм бурысыбыҙ - һыу ятҡылығын браконьерҙарҙан һаҡлау, балыҡ үҫеп, балыҡсылар өсөн лайыҡлы бүләк булһын өсөн», - тип билдәләне район башлығы.

 

фото:Социаль селтәрҙәр 

Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысына балыҡтар ебәрҙеләр
Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысына балыҡтар ебәрҙеләр
Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысына балыҡтар ебәрҙеләр
Быҙаулыҡ һыуһаҡлағысына балыҡтар ебәрҙеләр
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас