

ТӘНГӘ СИХӘТ, ЙӘНГӘ ДАУА, ӘБҮБӘКИР ШИФАЛЫ СӘЙЕ.
Ауылыбыҙҙың экологик яҡтан таҙа ялан, урмандарында үҫкән шифалы үләндәрҙән генә торған тәмле сәй тәҡдим итәбеҙ!!! Һатыуҙа бар!!! Хаҡы 30 һум.
Үлән файҙаһы бик ҙур. Үлән сәйе, ниндәй үләндән булыуына ҡарап, тынысландырыу, көс биреү, һауыҡтырыу һәм башҡа көскә эйә. Үләндәрҙе әҙерләү өсөн йәй - иң ҡулай ваҡыт . Тик уларҙы оло юлдан алыҫыраҡ урында, урман-яландарҙа йыйыу яҡшыраҡ. Үләндәрҙе ҡыҙыу ҡояш аҫтында киптерергә ярамай, шифаһы теймәйәсәк. Еләҫ, күләгәле ерҙә киптергәндә үләндең витаминдары һаҡлана.
Беҙҙең шифалы сәй мәтрүшкә, һары мәтрүшкә, боланут, ҡарағат, еләк, малина, сейә япраҡтарынан тора. Сәйегеҙ тәмле булһын!!!!
#Айыкауыл
#трезвоесело
#Абубакирчай
#Әбүбәкер сәйе