Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
15 Сентябрь 2022, 22:18

Урмансылар—тәбиғәт һаҡсылары

Илдар Илембәтов «Йылайыр» өсөнсө типтағы урман янғыны станцияһының Хәйбулла участкаһы водителе

Урмансылар—тәбиғәт һаҡсылары
Урмансылар—тәбиғәт һаҡсылары

Илдар Илембәтов «Йылайыр» өсөнсө типтағы урман янғыны станцияһының Хәйбулла участкаһы водителе. Уның хеҙмәт стажы 42 йыл тәшкил итә.

Ул урман хужалығының барлыҡ сараларында ла әүҙем ҡатнаша, йыл һайын урман янғындарын һүндереү буйынса зона тактик-махсус уҡыуҙарында техниканың һәм ҡорамалдарҙың әҙерлек кимәле юғары булыуын күрһәтә. Оло тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһе һөҙөмтәһендә хеҙмәттәштәре араһында лайыҡлы абруй һәм ихтирам яулаған. Район, республика һәм федераль кимәлдәге бик күп грамоталар һәм рәхмәт хаттары ошо хаҡта һөйләй. Илдар Рәфҡәт улы сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы һәм ул бик шәп ғаилә башлығы ла. Илдар Илембәтов кеүек тырыш кешеләрҙең районда күп булыуы ҡыуаныслы. Тимәк, беҙҙең урмандар һәм уларҙың киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа.

Мәғлүмәт һәм фото  район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһенән алынды

Рустам Шарипов

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: