Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
10 Сентябрь 2022, 08:34

Йәш экологтар һаны арта

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш мәктәп эскәмйәһенән тәрбиәләнә.

Йәш экологтар һаны арта
Йәш экологтар һаны арта

“Экосистема. Ҡурсаулыҡтар ере” тип аталған Бөтә Рәсәй йәштәр экология форумында ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа ил Президенты Владимир Путин Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте сиктәрендә йәш натуралистар хәрәкәтен тергеҙеү тураһында һөйләне.

Владимир Путин был хәрәкәттең һүлпәнләнеүенә үкенесен белдерҙе. Башҡа төбәктәрҙән айырмалы, Башҡортостан — совет осоронда эш иткән йәштәр хәрәкәтен һаҡлап ҡалған төбәктәрҙең береһе.  Был хәрәкәт үҙ эшенә мөкиббән киткән, һөнәренә тоғро ҡалған кешеләрҙең тырышлығы менән көслө.

Йәш натуралистар (юннат) хәрәкәте Рәсәйҙә 100 йылдан ашыу элек барлыҡҡа килгән һәм бөтә илгә тарала башлаған, мәктәптәрҙә юннат түңәрәктәре ойошторолған. 1927 йылда Башҡортостанда уларҙың һаны 16-ға етә, түңәрәктәрҙә 800 кеше шөғөлләнә. Бер йылдан республикала өлкә йәштәр бюроһы ойошторола, ә 1932 йылда Башҡорт өлкә балалар техник станцияһы барлыҡҡа килә, унда йәш селекционерҙар, зоологтар, баҡсасылар һәм сәскә үҫтереүселәр түңәрәктәре эшләй.

1947 йылда Башҡортостан республика йәш натуралистар һәм ауыл хужалығы тикшереүселәре станцияһы был ойошманан айырылып сыға. Йылдар үтеү менән станция исемен алмаштыра. Ғилми-тикшеренеү учреждениелары менән тығыҙ бәйләнеш тота, бында шөғөлләнеүселәр республиканың һәм илдең билдәле селекционерҙары, агрономдары, ғалимдары булып китә.

1990 йылдарҙа үҙгәртеп ҡороу елдәре йәш экологтарға ла ҡағыла. Ул Республиканың балалар экологик-биологик үҙәгенә үҙгәртелә. Бөгөн республикала йәш натуралистар һәм балалар экологик-биологик үҙәктәренең 13 станцияһы эшләй. Оҙаҡ йылдар был үҙәккә Екатерина Кошелева етәкселек итә.

- Башҡортостанда тәбиғи фәндәр йүнәлеше буйынса өҫтәмә белем биреү учреждениелары селтәре Рәсәйҙең башҡа төбәктәре араһында иң үҫешкәндәрҙең береһе булып тора. Һуңғы өс йылда уларҙың матди-техник базаһы һиҙелерлек яҡшырҙы, был тәү сиратта «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» федераль проекты сиктәрендә юғары технологиялы ҡорамалдар һатып алыуға федераль, төбәк һәм муниципаль бюджеттарҙың субсидиялары иҫәбенә атҡарылды, — ти ул.

Башҡортостанда 2030 йылға тиклем өҫтәмә белем биреүҙе үҫтереү концепцияһына ярашлы, һәр муниципалитетта экостанция барлыҡҡа килергә тейеш, уның төп эшмәкәрлеге булып балаларға өҫтәмә белем, экологик тәрбиә биреү буласаҡ. Ә ошо ике йыл эсендә республиканың бөтә ауыл мәктәптәре тәбиғи фәндәр өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ.

Экология-биология үҙәктәре тураһында һөйләгәндә, Өфөнөң Дим районында эшләгән «Росток» фән, инновациялар һәм ижад үҙәге тураһында әйтеп китмәү мөмкин түгел. Был үҙәктә өс меңгә яҡын бала шөғөлләнә. Әллә ни ҙур булмаған биҫтә өсөн был ҙур һандар һәм үҙәктең баш ҡала ғына түгел, бөтә республика майҙанына сығып эшләүе уның етәксеһенең әүҙемлеге һәм заман менән бергә атлауына бәйле.

- Беҙ "Һәр баланың уңышы" проектында, "Мәғариф" милли проектында әүҙем ҡатнашабыҙ, шул эштең һөҙөмтәһе булараҡ, үҙәктең ҡорамалдары яңыртыла, түңәрәктә шөғөлләнгән балалар һаны арта бара. Яңы йүнәлештәр асыла — робот техникаһы, 3D-моделләү. Балалар үҙ проекттарын 3D-принтерҙарҙа сығара ала. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәр һанлаштырыу лабораторияһын үҙләштерә. Лабораторияла һауа, һыу, тупраҡ сифатын тикшерергә мөмкинлек бар. Был балаларға бик ҡыҙыҡ. Грант аҡсаһына беҙ яңы йыһаз һәм ҡорамалдар һатып алдыҡ, — тип һөйләй үҙәк директоры урынбаҫары Әлфиә Вәлиева.

«Росток» үҙәге уҡыусылары Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа һәм олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Шуларҙың береһе - Михаил Бардуков. Ул быйыл биология буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы призеры булған, 2020 йылда «Ҙур үҙгәрештәр» Бөтә Рәсәй конкурсында «Росток» тәрбиәләнеүсеһе бер миллион һум аҡса ота.

- Беҙҙең балалар “Сириус” белем биреү үҙәгендә уҡый, төрлө гранттар конкурсында ҡатнаша, “Артек”, “Орлёнок”, “Смена”, “Океан” кеүек билдәле балалар лагерҙарында ял итә. "Йәш профессионалдар" чемпионаты беренселегендә ҡатнашабыҙ, быйыл ғына 15 миҙал яуланыҡ. Үҙәк тәрбиәләнеүсеһе Максим Морозов «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау» компетенцияһы буйынса WorldSkills  милли чемпионаты финалы статусына эйә булған финал ярыштарында еңеүсе булды. 2022 йылда үҙәк Өфө хакимиәте башлығының «Сәләмәтлек юлы» проектын тормошҡа ашырыу буйынса грантын яуланы, — тип үҙәктең уңыштары тураһында һөйләне Әлфиә Вәлиева.

Үҙәктә шөғөлләнгән балалар мәктәптә яҡшыраҡ уҡый, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге алып барырға, халыҡ алдында сығыш яһарға өйрәнә, иң мөһиме яуланған уңыштар һөҙөмтәһе Башҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорттарына инергә мөмкинлек бирә.

- Экологик тәрбиә ябай төшөнсәләрҙән башлана: ҡоштарға тағараҡ элеү, сыйырсыҡ оялары элеү, йылға-шишмә буйҙарын таҙартыу, мәктәп һәм ихата тирәһендә ағас һәм сәскәләр үҫтереү. Ошо ябай ғына эштәрҙе атҡарған балалар киләсәктә ергә һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҙур өлөш индерәсәк. Беҙҙең үҙәктәрҙә шөғөлләнгән балаларҙың киләсәктә ниндәй һөнәр һайлауы түгел, ә бала саҡтан экологик тормош алып барыуҙы һеңдереп йәшәүҙәре мөһим, - тип билдәләй Екатерина Кошелева.

Йәш натуралистар түңәрәктәрен тергеҙеү тураһында һүҙ ҡуҙғатылғас, бала саҡ иҫкә төштө. Беҙҙе бит ысынлап мәктәптән тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булырға өйрәттеләр. Тәүге уҡытыусыбыҙ Роза Мостафина тәбиғәтте “тыңларға” өйрәтте. Мәктәптән һуң тышҡа сығып үлән төрҙәрен айырыу, ҡоштарҙы өйрәнеүҙән башланған дәрестәр яйлап тимер-томор йыйыу, ҡағыҙ йыйып тапшырыу кеүек ҙурыраҡ бурыстарға күсте. Башланғыс кластарҙан һуң, мәктәп менән экскурсия, походтарға йөрөү, тәбиғәттә үҙеңде тоторға, урманда саҡта хәүефһеҙлек саралары тураһында һөйләшеү - барыһы ла бала саҡтан һеңгән һабаҡтар. Бөгөнгө быуынға тап шул һаҡсыл ҡараш етмәүе көн кеүек асыҡ.

 

Гөлнара ФӘЙРҮЗОВА, Архангел районының Тиркәле ауылы урта мәктбе уҡытыусыһы:

- “Тәбиғәт дуҫтары” тигән экологик түңәрәкте ете йылдан ашыу алып барам. Балалар теләп йөрөй, йылдан-йыл ҡатнашыусылар күберәк. Уларға ҡыҙыҡ булһын өсөн төрлө саралар, акциялар үткәреп торабыҙ. Мәҫәлән, ҡулланылған батарейкаларҙы йыйып тапшырабыҙ. Йыл һайын 100-ҙән ашыу килограмм батарейка тапшырып торабыҙ. 

“Терпене ҡотҡар” тип аталған Бөтә Рәсәй проектында ҡатнашып, грант алдыҡ. Әле мәктәп уҡыусылары менән макулатура йыйҙыҡ. Ағас ултыртабыҙ, төрлө тәжрибәләр үткәрәбеҙ, өмәләрҙә ҡатнашабыҙ. Баҫыу йылғаһы ярҙарын йыл да таҙартып торабыҙ. “Страттайм” тип аталған йәштәр сәйәсәте буйынса гранттар проектында ҡатнаштыҡ.

Беҙҙең Тирәкле ауылы юлында трассала боландар күп тапала. Ошо мәсьәләне күтәреп балалар менән берлектә төрлө ведомствоарға хаттар яҙҙыҡ. Һөҙөмтәлә “Һаҡ булығыҙ, ҡырағай хайуандар” билдәһе һәм камера ҡуйҙылар. Һуңғы йылда бер болан да тапалманы.

Экологик түңәрәктәргә йөрөгән балалар бер-береһенә иғтибарлыраҡ булып китә, һаҡсыллыҡ тойола. Был - балаларҙы дөрөҫ юҫыҡта тәрбиәләүгә бик шәп алым.

 

Фото: Республиканың балалар экологик-биологик үҙәге.

Автор:Лилия Нуретдинова.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: