Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
3 Сентябрь 2022, 14:01

"Был проект экология өсөн бик мөһим"

Сибай карьеры ерҙәрен тергеҙеү өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгән.  

"Был проект экология өсөн бик мөһим"
"Был проект экология өсөн бик мөһим"

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы һәм Үҫеш корпорацияһы ярҙамында "ГЕО ГЕНЕЗИС" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проекты республиканың өҫтөнлөклө проекттары исемлегенә индерелгән.

Тейешле бойороҡҡа төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығында ҡул ҡуйылған. Инвестор Сибай ҡалаһында мәғдән табыу һәм байыҡтырыу буйынса предприятие эшмәкәрлеге процесында техноген бысраныуға дусар булған ерҙәрҙе яңыртырға ниәтләй. Проект буйынса планлаштырылған инвестициялар күләме - 1,3 миллиард һумдан ашыу, 100-ҙән күберәк яңы эш урыны булдырыласаҡ.

- Был проект Урал аръяғы экологияһы өсөн бик мөһим. Саралар комплексынан көтөлгән һөҙөмтә: Сибай карьерын рекультивациялау, ҡалдыҡ һаҡлағыс биләгән ерҙәрҙең майҙанын кәметеү, саңды аҙайтыу, Сибай карьерында техноген янғындың тергеҙелеү хәүефенә юл ҡуймау, шулай уҡ тау сәнәғәте ҡалдыҡтарынан файҙалы компоненттарҙы комплекслы сығарыуҙың иң яҡшы технологияһын әҙерләү, ҡалдыҡтарҙы концентраттарға комплекслы эшкәртеү һәм карьерҙарҙы яңыртыу өсөн продукт алыу производствоһын төҙөү, - тине Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы менеджерҙары инвесторҙы оҙатып йөрөү барышында “Инвестиция сәғәте” ултырышында ҡарау өсөн проект әҙерләүҙә булышлыҡ итте, проекттың финанс моделе һәм бизнес-планы әҙерләнде. Башҡортостандың өҫтөнлөклө проекттары исемлегенә индереү өсөн кәрәкле документтар пакетын әҙерләүҙә ярҙам, шулай уҡ мәғлүмәт-консультация ярҙамы күрһәтелде.

Өҫтөнлөклө инвестиция проекты - ул әһәмиәтле социаль һәм иҡтисади һөҙөмтәләргә эйә булған инвестиция проекты, бизнесҡа дәүләт ярҙамы варианттарының береһе. Өҫтөнлөклөләр исемлегенә инеү дәүләт яғынан күп өҫтөнлөктәр менән айырым һалым режимы шарттарында башланғысты тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: