Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостандағы филиалы һәм Ҡоштарҙы һаҡлау союзының Башҡортостан бүлексәһе республика халҡынан һәм ҡунаҡтарынан орнитологтарға һоро торналар тупланмаһы урындары тураһында хәбәр итеүҙәрен һорай.
Ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған мәғлүмәт түбәндәгесә: ҡоштар ниндәй ауыл эргәһендә туҡтаған, нисәү төшкән. Өҫтәмә мәғлүмәтте анкета тултырып күрһәтергә мөмкин. Белгестәр, мөмкин булһа, фото йәки видео төшөрөүҙе һәм ебәреүҙе үтенә. Мәғлүмәтте электрон почта - [email protected] йәки WhatsApp 8937-35-61-340 аша ебәрергә мөмкин. Сентябрь дауамында ҡабул ителәсәк.
"Ҡоштар иҫәбен алыу"ҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла диплом аласаҡ, ә иң ҡиммәтле мәғлүмәтте ебәреүселәргә иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән.
Фото: photocentra.ru