Урман хужалығында урмансы булып күп йылдар эшләп киткән кеше ҡыр хайуандарына ҡарата изге күңелле булалыр инде.
Фотоһүрәттә күреүегеҙсә, шундай кешеләрҙең берәүһе (тик ул билдәһеҙ булып ҡалырға теләне) — Бына ҡыр йәнлектәренә минән күстәнәс,-- тиеп бер тоҡҡа яҡын ваҡ картуф килтереп китте.
Беҙ инде ҡыр йәнлектәренә ҡарата шундай мәрхәмәтлелек эшләргә теләгән изге кешенең теләген үтәп ҡуйҙыҡ.
Иҫкәртеп үтәм, үткән ҡыш тағы ла ике кеше йәшелсәләр килтереп биргән ине.
Ә инде дөйөм алғанда, заказникта эштәр дауам итә.
Государствҽнный Природный Заказник Шайтан-тау