Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
20 Август 2022, 12:32

Законһыҙ алтын ҡаҙған компанияларға ҡаршы көрәш

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы

Законһыҙ алтын ҡаҙған компанияларға ҡаршы көрәш
Законһыҙ алтын ҡаҙған компанияларға ҡаршы көрәш

Баймаҡ районының Күсей ауыл Советы  алтын ятҡылыҡтарына бай. Уны 300 йылға яҡын эшкәртәләр. Нәҡ ошо ерҙәрҙә танылған Рәмиев приискылары булған, нәҡ ошонда “Ирәндек айыуы” самородогы табылған. Ул хәҙер Башҡортостандың Милли музейында һаҡлана.

Алтын ҡаҙыу урындағы халыҡ өсөн ғәҙәти эшмәкәрлек. Уларҙың күбеһе приискыла эшләгән, улар был эштең нескәлектәрен төптән белә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ошо биләмәлә алтын етештереү һәм тәбиғәтте һаҡлау талаптарын һанға һуҡмаған компаниялар эшкә тотонған. Был әлбиттә халыҡтың хаҡлы ҡәнәғәтһеҙлегенә килтерә.

Һуңғы ике аҙнала республиканың Экология министрлығы һәм Россельхознадзор территориаль подразделениеһы "Весна", "Графское" ЯСЙ-ларының етешһеҙлектәрен табып тейешле акт төҙөнө, бының өсөн аталған ведомстволар инспекторҙарына рәхмәтлебеҙ.
“Весна” буйынса 17 августта акт төҙөлдө, ә 18-ендә ошо документтарҙы Рәсәйҙең ер ҡаҙылмалары буйынса федераль агентствоһының үҙәк аппаратына шәхсән тапшырҙым.

Коллегалар менән төплө һөйләшеп, Роснедр етәксеһе Е.И.Петровтың Өфөгә эш сәфәрендә төҙөлгән килешеү тормошҡа ашырыла.

Яҡын арала үтәсәк Роснедр комиссияһында Күсей биләмәләрендә эшләгән компанияларҙы лицензиянан мәхрүм итеү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Коллегалар менән бергәләп ҡануниәттте тупаҫ боҙоу осраҡтарын теркәнек, шуларҙың береһе: лицензиялы участка сигенә сығып, алын эшкәртеү эштәрен башҡарыу.

Ер ҡаҙылмаларын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһы эшмәкәрлеге дауам итә. Ер ҡаҙылмаларын файҙаланыусыларға коррупция схемаһы эшләмәүен, федераль ҡануниәтен һәм халыҡ мәнфәғәтен яҡлауыбыҙҙы ғәмәлгә ашырасаҡбыҙ тип әйтке килә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадрановтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: