Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
19 Август 2022, 09:24

Һаҡ булығыҙ: айыуҙар әүҙемләшә!

Хәйбулла баҫыуында - тайыштабан!

Һаҡ булығыҙ: айыуҙар әүҙемләшә!
Һаҡ булығыҙ: айыуҙар әүҙемләшә!

Мәғлүм булыуынса, ашлыҡ уңыу менән элек айыуҙарҙың баҫыуҙарға килеүе йыш күҙәтелгән. Һуңғы йылдарҙа был һирәк күренешкә әүерелде. Ватсапта таралыу алған видеояҙманан күренеүенсә, тайыштабан урмандан далаға сығыуға тап игендең бешеүе булышлыҡ иткәндер тип төҫмөрләргә була.

Ҡырҙа бәшмәк, емеш-еләк йыйғанда, баҫыуҙарҙа эшләгәндә һаҡ булығыҙ!

Айыу менән осрашһағыҙ нимә эшләргә?

– бер ҡасан да айыуға яҡын бармағыҙ;

– йәнлекте ҡурҡытмағыҙ, уның ташланыуы ихтимал;

– үҙегеҙҙең үлсәмдәрегеҙҙе ҙурайтырға тырышығыҙ, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ, башҡа кешеләр янығыҙҙа булһа, берләшеп, ҙурыраҡ күренергә тырышығыҙ. Айыуҙар дошманының ҙурлығына ҡарай;

– бер ҡасан да айыуҙан ҡасмағыҙ. Улар баҫтырырға ярата. Йөҙөнә ҡарап, яйлап ҡына артҡа сигенегеҙ.

Иң яҡшыһы - бөтөнләй улар менән осрашмаҫҡа!

Автор:
Читайте нас: