Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
16 Август 2022, 11:54

Урмандар яныу хәүефе бар!

Быға көндәрҙең эҫе тороуы һәм ямғырҙар булмауы ла булышлыҡ итә

Урмандар яныу хәүефе бар!
Урмандар яныу хәүефе бар!

Август айында көндәрҙең самаһыҙ эҫе булыуы, ямғырҙар яумауы Башҡортостан урмандарында янғын хәүефен тыуҙыра.

Республика территорияһында янғынға ҡаршы айырым режим ғәмәлдә. 2022 йылдың апреленән 16 августҡа тиклем 45 урман яныу осрағы теркәлгән.  Уларҙың 29 осрағында кеше ғәйебе менән янғын сыҡҡан.

Урманда усаҡ яғыу ҡәтғи тыйыла! Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоусылар административ, айырым осраҡтарҙа енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ! Граждандарға административ штраф күләме  10 тапҡырға арттырылып,  15 мең һумдан алып 30 мең һумға тиклем. Ә янғынға ҡаршы айырым режим шарттарында ул тағы ла юғарыраҡ. 40 мең һумдан алып 2 млн. һумға тиклем тәшкил итә.

Янғын ҡурҡынысы хәүефе янағанда  граждандарҙың урманда булыуы һәм транспорт саралары менән урманға инеүе сикләнә.

Урман яныу осрағын күрһәгеҙ,  республика урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 шылтыратыуығыҙ һорала. Шулай уҡ  урман һағы буйынса берҙәм бушлай телефоны номеры: 8 (800) 100-94-00.

Башҡортостан Республикаһы урман хужалығының мәғлүмәт хеҙмәте.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: