Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
21 Июль 2022, 13:48

Урмандарҙы уттан һаҡлайыҡ!

Хәйбулла районында дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана

Урмандарҙы уттан һаҡлайыҡ!
Урмандарҙы уттан һаҡлайыҡ!

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы 21 июлгә республикала оператив урман янғындары хәле тураһында мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда ағымдағы йылдың 21 июленә ҡарата өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана.

Шуға ҡарамаҫтан, унан да «хәүефле» территориялар бар. Мәҫәлән, Архангел, Асҡын, Бөрө, Йылайыр, Иглин, Күгәрсен, Кушнаренко, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла һәм Өфө райондарында белгестәр дүртенсе класлы хәүеф янауын инҡар итмәй.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында әйтеүҙәренсә, республиканың урман фонды биләмәһендә 2022 йылдың 15 апреленән 21 июленә тиклем 41 урман янғыны теркәлгән. Шуларҙың 26-һы халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Янғындың дөйөм майҙаны 277 гектар тәшкил иткән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоронда 2864,7 гектар майҙанда 225 урман янғыны теркәлгән.

Урмандарҙа янғын хәүефе артыу менән бәйле ТЫЙЫЛА:
-йәш ылыҫлы ағастар янында, урман ҡырҡыу биләмәләрендә, ағас ҡалдыҡтарынан таҙартылмаған ерҙәрҙә, ҡаулан үлән булған урындарҙа усаҡ яғыу;
-тәмәке төпсөктәрен, янған шырпыларҙы, быяла һауыттарын ташлау;
-һунар ваҡытында тиҙ тоҡаныусан йәки быҫҡып янған материалдарҙан эшләнгән пыж ҡулланыу;
-майланған һәм бензин, керосин һеңгән сепрәк, ҡағыҙ, мамыҡ һ. б. материалдарҙы теләһә ҡайҙа ташлап ҡалдырыу;
-автомобилдең двигателе эшләп торған ваҡытта яғыулыҡ бактарын яғыулыҡ менән тултырыу, двигателе төҙөк булмаған машина ҡулланыу, шулай уҡ яғыулыҡ тултырған ваҡытта машина янында асыҡ ут менән ҡулланыу, тәмәке тартыу;
-урманды төҙөлөш, сәнәғәт, көнкүреш ҡалдыҡтары һәм сүп-сар менән бысратыу;
-ер биләмәләрендә ҡоро үлән һәм башҡа яныусан урман материалдарын яндырыу.
Урман менән файҙаланыусы юридик шәхестәр һәм граждандар:
- май һәм яғыулыҡ материалдарын ябыҡ һауыттарҙа һаҡларға, янғын хәүефе артҡан осорҙа уларҙың һаҡланыу урынын үләндән, ағас ҡалдыҡтарынан таҙартырға, янғынға ҡаршы 1,4 метр киңлегендәге минераль һыҙат менән уратып алырға;
-урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү саралары менән тәьмин итергә, янғын хәүефе артҡан миҙгелдә уларҙы әҙерлектә тоторға;
-урман янғынына шаһит булған осраҡта тиҙ арала махсус диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә һәм янғындың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн мөмкин булған барлыҡ саралар менән ҡулланырға тейеш.

 

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: