Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
20 Июль 2022, 09:36

Ҡарағаттан ҡаҡ эшләйбеҙ

Аҡнаҙар ауылынан Әлфиә Сәхибгәрәеванан рецепт ҡабул итегеҙ

Ҡарағаттан ҡаҡ эшләйбеҙ
Ҡарағаттан ҡаҡ эшләйбеҙ

--Ҡара ҡарағат ишелеп уңған быйыл. Ошо емештән пастила бик тәмле килеп сыға. 1 кг ҡарағатҡа 300 г шәкәр ҡомо (1,5 стакан) кәрәк.

Йыуылған ҡара ҡарағатты табаға һалып, ҡыҙыу утта ҡайнай башлағансы тотоғоҙ. Уны бер аҙ һыуытып, иләк аша сығарығыҙ һәм шәкәр ҡомо ҡушып болғатып, ҡабат табала 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейескә ҡуйығыҙ. Ваҡыты ваҡыты менән болғатып торорға кәрәк буласаҡ.
Унан шул йылы ҡарағат ҡатнашмаһын тигеҙләп ҡурғаш йәиһә пергамент ҡағыҙға йәйеп, бүлмә температураһында киптерегеҙ.
60 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә лә киптереп алырға мөмкин. Киптерелгән ҡарағат ҡатламын киҫәк-киҫәк киҫкеләгеҙ.

 Ошо ҡаҡты былтыр эшләргә өйрәндем. Әйткәндәй, ҡыҙым һыуыҡ алдырһа, ошо пастила (ҡаҡ)  менән сәй эсерәм, бик файҙалы.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: