Фәриҙә Әлбәкова, Бүребай ауылы:
--Быйыл, аллаға шөкөр, баҡсала емеш-еләк ишелеп уңды. Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма, һуттар эшләп кенә өлгөрт.
Мин дә үҙемдең ҡайнатма рецептым менән уртаҡлашам (быға тиклем бер нисә төр рецепттар менән эшләп ҡараным, әммә быныһы иң яҡшыһы).
Был ҡайнатманы төрлө емеш-еләктән эшләп булыуы ла бик ҡулайлы (ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат, сейә, абрикос һәм башҡалар). Емеште һәм шәкәрҙе 1/1 пропорцияла алам, таҙартып йыуылған емешкә шәкәрҙең яртыһын һалып, һуты сыҡҡансы ултыртып ҡуям, аҙаҡ утҡа ултыртып 15 минут самаһы күбеген ала ала ҡайнатам, утты һүндергәс, ҡалған шәкәрҙе ҡушып, иреп бөткәнсе яҡшы итеп болғайым.Тәмле, ҡуйы, хуш еҫле ҡайнатма әҙер!
Һеҙҙең менән тағы тәмле компот рецепты менән уртаҡлашайым. Былтыр тәүгә эшләп ҡараным (бик оҡшаны, рецебын интернет селтәренән алдым).
Мохито
Абрикос, крыжовниктан бигҽрәк тәмле була. 350 грамм абрикос (крыжовник), 2 стакан шәкәр, 2-3 бөтнөк ботағы (мята), 2 лимон һәм 1 әфлисун киҫәге алабыҙ. 3 литр стерилләнгән банкаға таҙа емештҽ, лимон һәм әфлисун киҫәктәрен, бөтнөктө, шәкәрҙе һалабыҙ. Өҫтөнә ҡайнап торған һыуҙы ҡоям һәм шунда уҡ тимер ҡапҡастар мҽнән ябып ҡуям.
Эҫе банканы таҫтамал өҫтөнә һалып шәкәре ирегәнсе тәгәрәтәм, һыуығансы төрөп ултыртып ҡуям, ҡышҡылыҡҡа бик тәмле эсемлек әҙер.