Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
7 Июль 2022, 19:03

11 ҡарағайҙы законһыҙ ҡырҡҡан иргә 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай

  

11 ҡарағайҙы законһыҙ ҡырҡҡан иргә 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай
11 ҡарағайҙы законһыҙ ҡырҡҡан иргә 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай

Белорет районы Ҡаһарман ауылында йәшәүсе ир Үҙән урмансылығы биләмәһендә 11 ҡарағайҙы законһыҙ рәүештә бысҡан.

Республиканың Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, тәбиғәткә килтерелгән дөйөм зыян күләме 260 мең һумдан ашыу тәшкил иткән. Енәйәт урынында тағы трактор һәм енәйәтсенең төп ҡоралы - бензин бысҡыһы табылған.

Полицейскийҙар тикшереү эштәре алып бара. Ир кешегә 7 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.

 

фото:Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: