

"Постила" сайтында хәбәр ителеүенсә, был ағас Венгриялағы Бюкк тау массивына ҡарай юлда үҫә.
"Күп йылдар элек нәҙек кенә ағастың олонон төбөнән сабып киткәндәр. Әммә ул үлмәгән, сөнки уны күрше ағастың "ҡулдары" күтәреп һәм һутландырып тора. Һәр яҙҙа улар бергәләп бөрөләнә, япраҡ яра, артабан йәйге ҡояшта рәхәтләнә, көҙ бергә йоҡларға яталар", - тиелә сайтта.
Был күренешкә ҡарата нимә әйтер инегеҙ?
Фото: postila.ru