Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
8 Май 2022, 11:14

Браконьер Һаҡмарҙа төнө буйы балыҡ тотҡан

Ә иртәнсәк үҙе “ҡармаҡҡа эләккән”

Браконьер Һаҡмарҙа төнө буйы балыҡ тотҡан
Браконьер Һаҡмарҙа төнө буйы балыҡ тотҡан

Баймаҡ районында полицейскийҙар Һаҡмарҙа законһыҙ рәүештә балыҡ тотҡан кешене тотҡан.

Башҡортостан Эске эштәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, ир төн дауамында 115 метрлыҡ ау ярҙамында 60-тан ашыу төрлө балыҡ тотоп алған.

Таң менән «Ыуылдырыҡ» операцияһы барышында тәфтиш-оператив төркөм ваҡиға урынына юллана һәм браконьерҙы ҡулға ала.

Тәбиғәткә 52 мең һумдан ашыу зыян килтергән енәйәткә ике йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.

 

 

 

фото:Башҡортостан Эске эштәр министрлығы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: