Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
5 Май 2022, 21:04

Урман янғындарына ҡаршы көрәшкә өҫтәмә махсус техника ебәрелде

   

Урман янғындарына ҡаршы көрәшкә өҫтәмә махсус техника ебәрелде
Урман янғындарына ҡаршы көрәшкә өҫтәмә махсус техника ебәрелде

2022 йылда Башҡортостанда урман янғындарына ҡаршы көрәшкә өҫтәмә рәүештә дүрт берәмек махсус техника бүленгән. Һүҙ ҡеүәтле МАЗ, УАЗ машиналары, «Урал» бульдозеры һәм заманса «Нива» хаҡында бара. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы транспорт, урын үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, республиканың урман янғындарын иҫкәртеү станциялары араһында бүленгән.

«Урман янғындары сығыу хәүефе юғары булғанда һәм юғары класлы янғын хәүефе булғанда янғындарҙы тиҙ арала асыҡлау һәм урман янғындарын һүндереүгә урман хеҙмәттәренең бара алыуы мөһим бурыс булып тора. Ошо техника ярҙамында урман янғындарын контролдә тотоу эше сифатлыраҡ һәм, иң мөһиме, тиҙерәк башҡарыла», - тип һөйләне республиканың урман янғындары үҙәге етәксеһе Айрат Йосопов.

Башҡортостанға махсус техника «Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау» төбәк проекты сиктәрендә килтерелде.

 

 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: