Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
28 Апрель 2022, 19:50

Һөйөнсө, Әүлиә шишмәһе уянған!

Уның һыуы йылдар буйына иҫкермәй һаҡлана...

Һөйөнсө, Әүлиә шишмәһе уянған!
Һөйөнсө, Әүлиә шишмәһе уянған!

Учалы районындағы Әүлиә шишмәһе уянған. Был турала Фәнүр Шаһиев үҙенең сәхифәһендә хәбәр итте. Тәүге 3-4 көндә һыу кимәле күтәрелеп, шишмә яҡынса 25 көн аға, һуңынан 10-15 көн эсендә кәмей барып, киренән ер аҫтына инеп юғала, тип яҙа ул: "Шишмә уртаса 40 көн аға. Быйыл яҡынса 10 июнгә тиклем".

 Май – июнь айҙарында ғына урғылған мөғжизәле инеште Ғәрәбстандағы Зәм-зәм һыуы менән сағыштыралар. Изге һыу төрлө ауырыуҙарға дауа булғанға ышанған халыҡ күпләп шишмәгә ағыла.

Бының өсөн ябай аңлатма ла бар. Һыуҙағы химик матдәләр кеше һаулығына ыңғай йоғонто яһай, ул минералдарға бай. Ундай уникаль шишмә башҡа ерҙә юҡ - һыуы йылдар буйына иҫкермәй һаҡлана. Шифаһы лаборатор тикшереүҙәр менән раҫланған.

 

 

 

Фото: Ф. Шәһиев сәхифәһенән.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: