Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
23 Апрель 2022, 10:37

Йәшелләнһен, тыуған ерем!

Хәйбуллалар "Йәшел Башҡортостан" акцияһына дәррәү ҡушылды

Йәшелләнһен, тыуған ерем!
Йәшелләнһен, тыуған ерем!

Хәйбулла районында 1600 самаһы кеше "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ҡушылып, 700-ән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды. Район үҙәгендә 300-гә яҡын төп ағас үҫентеләре ултыртылды. Аҡъярҙағы акцияла төрлө ойошма-учреждениелар хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Йүкә, балан, ҡайын, имән, уҫаҡ, шыршы, ҡарағай ағастары үҫентеләре район үҙәгенең Төньяҡ-Көнбайыш һәм Ветерандар парктары, "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы, Аҡъярға ингән урында (Бөркөт һәйкәле янында), 2-се Аҡъяр мәктәбе, район мәҙәниәт йорто, М.Кәрим һәм Батанов урамдары, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы, "Йәмиғ" мәсете һәм "Скоропослушица" сиркәүе биләмәләрендә ултыртылды.

Әйткәндәй, «Экология» милли проекты сиктәрендә барған «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһының яҙғы этабы бөгөн 23 апрелдә – Берҙәм акция көнөндә башланды һәм 2022 йылдың 10 майында тамамлана.  Акцияны үткәреү барышында республика биләмәһендә 38 тематик аллея ултыртыу күҙаллана. Йәшелләндереү өсөн 49 мең ағас һәм ҡыуаҡлыҡ, шул иҫәптән 16 мең эре ағас әҙерләнгән.

 

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йәшелләнһен, тыуған ерем!
Йәшелләнһен, тыуған ерем!
Йәшелләнһен, тыуған ерем!
Йәшелләнһен, тыуған ерем!
Йәшелләнһен, тыуған ерем!
Йәшелләнһен, тыуған ерем!
Йәшелләнһен, тыуған ерем!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: