Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
17 Апрель 2022, 14:35

Балыҡтарға ни булған?

Халыҡ хәүефләнә, белгестәрҙән хәлде аңлатыуҙы һорай.

Балыҡтарға ни булған?
Балыҡтарға ни булған?

Социаль селтәрҙәрҙә хәүефләнеү тыуҙырырлыҡ фотоһүрәттәр урынлаштырылды: Әбйәлил районының Таштуй ауылы янындағы күлдә күпләп балыҡтар үлеп, һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан. Быны күргән кешеләр фотоларҙы тарата һәм белгестәрҙән хәлде аңлатыуҙы һорай.

Балыҡтарҙың күпләп ҡырылыуы тураһындағы хәбәр бөгөн иртән Әбйәлил районы хакимиәтенә лә килгән. Йәнгел ауыл Советы башлығы һүҙҙәренсә, кислород етешмәү йәки уның һыуҙа эремәүе сәбәпле балыҡтарҙың тонсоғоп үлеүе ихтимал.

Әлеге ваҡытта Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Белорет территориаль комитеты белгестәре Әбйәлил районының Таштуй ауылында Таштуй йылғаһындағы быуаның һыу һаҡлау зонаһын визуаль тикшергән, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

“Һыу биләмәһен тикшергәндә уны бысратҡан матдәләрҙең һыу объектына эләгеү ихтималлығына килтергән сығанаҡтар асыҡланманы. Балыҡтарҙың һәләк булыуы сәбәптәрен тикшерәбеҙ, тәбиғи һыуҙың сифатын билдәләү өсөн өлгөләр һайлап алдыҡ”, - тине Белорет территориаль комитеты рәйесе урынбаҫары Людмила Маркина.

 

 

 

Фото: Әбйәлил районының "Бәйләнештә"ге төркөмө.

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2022-04-16/by-lil-baly-taryna-ni-bul-an-2772325
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: