Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
10 Апрель 2022, 21:20

Бахыр айыу балаһы...

   

Бахыр айыу балаһы...
Бахыр айыу балаһы...

Кисә Башҡортостан Экология министрлығының республика һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы хеҙмәткәрҙәре һәм һунар инспекторҙары Әбйәлил районында «Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәге эргәһендә йөрөгән ике йәшлек айыу балаһын тотто.

Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров яҙҙы. Министр әйтеүенсә, был урында ашарға аҙыҡ эҙләгән айыу балаларын элек тә күргәндәр: былтыр көҙ бер айыу балаһын тотҡандар. Хәҙер кешеләргә ҡырағай тәбиғәттән тағы бер саҡырылмаған ҡунаҡ килде. Асыҡланыуынса, айыуҙы кешеләр ашатып торғас, ул урманда үҙаллы йәшәй алмай, шуға күрә уны Силәбе зоопаркы хеҙмәткәрҙәренә тапшырғандар.

 

Фото:Минэкологии РБ

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: