

Күптән түгел Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы йорттарҙың береһенә көпә-көндөҙ һеләүһен килеп инеп, тәҙрәгә ынтылып йөрөүе тураһында яҙып, видеоһын һалғайныҡ. Был ваҡиғаның дауамы ла билдәле булды.
Баҡһаң, был бер йәш самаһындағы һеләүһен балаһы булған икән. Әсәһенән әлегә айырылмаған булған. Шуға ҡарамаҫтан, браконьер көбәге инә һеләүһенде йәлләмәгән...
Ул ҡанһыҙ кешене эҙләйҙәр, ә етем ҡалған һеләүһен балаһы кире урманға киткән, тип фаразлай экологтар. Яңғыҙ көн итергә өйрәнеп, браконьер тоҙағына эләкмәһә ярар ине.
Һеләүһен "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән, шуға күрә ауыл биләмәһендә булһынмы, урмандамы, уға атырға ярамай. Бының өсөн штраф күләме 40 мең һум самаһы тәшкил итә.
Әгәр ауылға ҡырағай яунар килеп килһә, 112 һандарын йыйырға кәрәк. Диспетчер мөрәжәғәтте шунда уҡ Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ебәрәсәк һәм Ҡырағай хайуандарҙы һаҡлау бүлеге белгестәре юлға сығасаҡ. Хайуандарҙы ашатырға, уларға яҡынлашырға, һыйпарға ярамай!
Фото: Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.