ЭКОЛОГИЯ
23 Января 2022, 05:37

Ҙур йәнлек ауыл халҡын ҡурҡытҡан

Ихатаға сыҡһам...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҙур йәнлек ауыл халҡын ҡурҡытҡанҘур йәнлек ауыл халҡын ҡурҡытҡан
Ҙур йәнлек ауыл халҡын ҡурҡытҡан

Республиканың Стәрлебаш районы Түбәнге Ибрай ауылында йәшәүселәр ихаталарында ҙур боланды осратҡан.

Төп ауыл урамы буйлап ҡырағай йәнлек йүгереп йөрөгән, ихаталарға ингән, ләкин агрессия күрһәтмәгән. Һөҙөмтәлә ауыл халҡы уны ашатырға маташҡан. Айырыуса ҡырағай йәнлектәр ауылдарға аҙыҡ эҙләп килә. Был бигерәк тә ҡыш көнө көнүҙәк. Моғайын, болан тәрән ҡарҙан үлән эҙләү менән ҡыйынлыҡтар кисерә башлағандыр һәм аслыҡ тойғоһо кисереп ауылға килгәндер.

 

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев