ЭКОЛОГИЯ
23 Ғинуар 2022, 05:53

Боҙҙа балыҡ тотоуға ни етһен!

Яңы Ергәндә балыҡсылар көс һынашты. Таналыҡ буйында самауырҙар ҡайнаны, төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ҙа ойошторолдо.

Боҙҙа балыҡ тотоуға ни етһен!Боҙҙа балыҡ тотоуға ни етһен!
Боҙҙа балыҡ тотоуға ни етһен!

Ҡыш боҙ аҫтынан балыҡ тотоу мәле – мажараға бай, мауыҡтырғыс осор ул. Был спорт йәки ял итеүҙең бер төрө генә түгел, ул күңел торошо, йәшәү рәүеше.

22 ғинуарҙа Яңы Ергән ауылында Таналыҡ йылғаһында ойошторолған ҡышҡы балыҡ тотоу ярышында ҡатнашыусылар был хәҡиҡәтте йәнә бер тапҡыр иҫбатланы. Йәшенә һәм туплаған тәжрибәһенә ҡарамаҫтан, теләгән һәр кем ҡатнаша алды. 11 ҡатнашыусы араһында тәжрибәле балыҡсылар ҙа, яңылары ла бар ине. Иң йәш балыҡсы Искәндәр Бәрәкәтов булды.

Ярышта ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләргә килгән көйәрмәндәр өсөн уйындар һәм конкурстар ойошторолдо, унда балалар һәм өлкәндәр әүҙем ҡатнашты. Сара дауамында теләгән һәр кем самауырҙан эҫе сәй эсте.

Ахырҙа конкурсҡа йомғаҡ яһалды: 1-се урын - Рәхмәтуллин Ф.Ф., 2-се урын - Хәсәнов Р.Т., 3-сө урын - Бәрәкәтов Искәндәр. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Балыҡсылар үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты: ҡармаҡлағанда ваҡыт һиҙелмәй үтеп киткән, ә балыҡ тотоу тормоштағы уңыш мәле кеүек, уны ла ҡойроҡтан тотоп ала белергә кәрәк.  Бөтә ҡатнашыусылар ҙа саф һауала ял итеүҙәре менән ҡәнәғәт ҡалды. 

 

 

фото:Яңы Ергән мәҙәниәт йорто

Боҙҙа балыҡ тотоуға ни етһен!
Боҙҙа балыҡ тотоуға ни етһен!
Боҙҙа балыҡ тотоуға ни етһен!
Боҙҙа балыҡ тотоуға ни етһен!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас