ЭКОЛОГИЯ
9 Ғинуар 2022, 05:40

Сибайҙа һары ҡар мәсьәләһе хәл ителәсәк

Был тема буйынса ҡала халҡынан бер нисә тапҡыр ялыуҙар һәм мөрәжәғәттәр килгән

Сибайҙа һары ҡар мәсьәләһе хәл ителәсәкСибайҙа һары ҡар мәсьәләһе хәл ителәсәк
Сибайҙа һары ҡар мәсьәләһе хәл ителәсәк

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡарҙы һары төҫкә буяған сәнәғәт ташландыҡтары проблемаһын хәл итеү тураһында һөйләне. Элегерәк был тема буйынса ҡала халҡынан бер нисә тапҡыр ялыуҙар һәм мөрәжәғәттәр килгән.

«Һары ҡар тураһында мәсьәләгә әйләнеп ҡайтырға теләйем, - тип яҙҙы Рөстәм Афзалов. - Әле генә предприятиеның генераль директорынан белдереү ҡағыҙы килде. «Уралпромтехсервис» заводының идара итеү командаһы менән осрашыуыбыҙ йомғаҡтары буйынса 7-14 ғинуар осоронда фильтр ҡоролмаларын яңыртыу һәм өҫтәмә фильтр ҡорамалдарын ҡуйыу өсөн лигносульфонаттарҙы киптереү линияһын туҡтатырға ҡарар иттек. Бүленеп сыҡҡан газдарҙы уларҙы йыуыуға нигеҙләнгән өҫтәмә таҙартыу алымдары ҡулланыласаҡ».

 

Сибай мэры әйтеүенсә, киптереү линияһын сафҡа индергәндән һуң экологтар газ таҙартыу ҡорамалдары эшенең һөҙөмтәлелеген тикшерә. Завод ҡулланған сеймалға хәүефһеҙлек паспорты бар. Бөгөн БР Дәүләт аналитик контроль идаралығының лаборатория хеҙмәткәрҙәре «Уралпромтехсервис» территорияһында ҡар күләмен тикшерҙе. Тикшереү һөҙөмтәләре хаҡында мәғлүмәт граждандарға уларҙы алғандан һуң еткерелә.
 
 
 
 
фото:Башинформ.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас