ЭКОЛОГИЯ
6 Января 2022, 05:53

Үрнәк ауылында Аҡбурт ҡоҙоғо төҙөкләндерелде

Шифалы һыуы менән дан алған шишмә тирәһе хәҙер бөтөнләй яңы төҫ алды.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Үрнәк ауылында Аҡбурт ҡоҙоғо төҙөкләндерелдеҮрнәк ауылында Аҡбурт ҡоҙоғо төҙөкләндерелде
Үрнәк ауылында Аҡбурт ҡоҙоғо төҙөкләндерелде

2021 йылда Үрнәк ауылында "Башкортостан шишмәләре" тип аталған экологик проект сиктәрендә "Аҡбурт" ҡоҙоғо төҙөкләндерелде.

Шифалы һыуы менән дан алған шишмә тирәһе хәҙер бөтөнләй яңы төҫ алды.


Был проект республиканың һыу сығанаҡтарын, инеш-шишмәләрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән.


"Башҡортостан шишмәләре” проекты “Экология” милли проекты маҡсаттарына һәм сараларына тура килә.

Унда ҡатнашыу өсөн инештең биологик составын алырға, анализларға, объекттың ҡиммәтле һәм тарихи булыуын билдәләргә, туристарҙы йәлеп итерлек итеп төҙөкләндерергә кәрәк ине.

Автор:Раян Атанбаев