ЭКОЛОГИЯ
14 Ноябрь 2021, 05:32

Тәүге "ҡар бабайҙы" әүәләп тә ҡуйҙыҡ!

Ғәлиәхмәттә бәләкәстәр ҡар яуғанға шатлана

Тәүге "ҡар бабайҙы" әүәләп тә ҡуйҙыҡ!Тәүге "ҡар бабайҙы" әүәләп тә ҡуйҙыҡ!
Тәүге "ҡар бабайҙы" әүәләп тә ҡуйҙыҡ!
Ҡар бабай ҡайҙа булған?

Епшек ҡарҙы тәгәрәтеп
Әүәләнем ҡар бабай,
Уны яһау ҡыйын түгел,
Уны яһау яп-ябай.

Өс йоморсаҡ етеп ҡуйҙы
Кәүҙә менән башына,
Танау итеп кишер ҡуйҙым,
Ҡара буяу – ҡашына.

Ике күҙе – ике төймә,
Тешһеҙ ауыҙ – сыбыҡтан,
Аяғында иҫке галуш,
Ә ҡулдары – ҡабыҡтан.

Бөгөн сыҡһам, ҡар бабай юҡ,
Шул ҡәҙәре ашыҡҡан:
Кишерҙе лә ташлап киткән,
Галушһыҙ юлға сыҡҡан.

Ике төймә – ике яҡта,
Аунап ята ҡабыҡтар,
Әле йәшәү ҡыйындыр шул
Ҡар бабайға ҡар юҡта.

Гүзәл Ситдыҡова
 
Автор:
Читайте нас