ЭКОЛОГИЯ
12 Ноябрь 2021, 16:10

Бөгөн,12 ноябрҙә, Ҡарабаш турғай көнө билдәләнә

Йәнтеш ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре  уҡыусы ҡыҙҙар менән берлектә һалҡын ҡыш көндәрендә ҡоштарҙы өҫтәмә туҡлан­дырыу маҡсатында тағараҡтар элеп, ризыҡ биреүҙе хәстәрләне.Ҡоштар тураһында викторина һәм уйындар барыһына ла оҡшаны #ЯнтышевскийСДК #Йәнтҽшмәҙәниәтйорто #ДеревняЯнтышево

Бөгөн,12 ноябрҙә, Ҡарабаш турғай көнө билдәләнәБөгөн,12 ноябрҙә, Ҡарабаш турғай көнө билдәләнә
Бөгөн,12 ноябрҙә, Ҡарабаш турғай көнө билдәләнә


Һалҡын көндәр башландымы, башҡа ваҡытта күҙгә күренмәгән теремек ҡарабаш турғайҙар кешеләр йәшәгән ергә яҡыныраҡ килеп урынлаша. Ул бөтә турғайҙар араһында иң сосо һәм етеҙе булып һанала. Уның бер ваҡытта ла тик ултырғанын күрмәҫһең.

Ағастарҙы яуыз ҡоротҡостарҙан ҡурса­лаған ҡарабаш турғайҙарҙы хаҡлы рәүештә урман һаҡсылары тип атайҙар. Уларҙы һалҡын ҡыш көндәрендә өҫтәмә туҡлан­дырыу, тағараҡтар элеп, ризыҡ биреүҙе хәстәрләнек.
Уҡыусы ҡыҙҙар менән ҡоштар тураһында викторина үттҽк һәм уйындар уйнаныҡ.

#СиничкинДень
#2021 #УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #КультураХайбуллы
#ЯнтышевскийСДК #Йәнтҽшмәҙәниәтйорто #ДеревняЯнтышево

Был ҡошсоҡто төрлө ерҙә төрлөсә атап йөрөтәләр: буран турғайы, буран түрә, аҡ турғай, майсыл турғай, мәйғүс, күкбаш турғай, күкәнәш, беснәк.


Ҡарабаш турғай — урмандың иң ҙур санитары. Ул бер ағасты әллә нисә тапҡыр урап сыға. Япраҡ, ҡабыҡ аҫтынан, ярыҡ­тар­ҙан бөжәктәрҙе, уларҙың ҡарышлауыҡ, ҡурсаҡ һәм йомортҡаларын сүпләп ашай. Бер пар турғай бала сығарған осорҙа ғына ла 40 – 50 ағасты ҡоротҡостарҙан тулыһынса таҙарта, емеш-еләк баҡсаларына ҙур файҙа килтерә.
Ағас ҡыуышлығында оя ҡора, кеше яһаған ояны ла файҙалана. Уның 5 – 10 йо­мортҡаһы була. Инә ҡош баҫып ултыра, атаһы аҙыҡ ташый.

Автор:
Читайте нас