

Аҙна башындағы йылы көндәр оҙаҡ ҡыуандырмай.
Башҡортостанға арктик һыуыҡ һауа массаһы килә. Был турала Башгидромет сайтында хәбәр ителә. Һауа температураһы төндә минус-13,-18° градусҡа төшөүе ихтимал. Яуым-төшөм көтөлмәй, урыны менән юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы һаҡлана.