Бөтә яңылыҡтар
ЭКОЛОГИЯ
26 Октябрь 2021, 22:59

Ивановка ауылында йәшәүселәр тәбиғәткә һаҡсыл ҡарай

Улар экологик өмәлә шишмә буйын һәм Тиргәмеш йылғаһы ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты

Ивановка ауылында йәшәүселәр тәбиғәткә һаҡсыл ҡарай
Ивановка ауылында йәшәүселәр тәбиғәткә һаҡсыл ҡарай

“Таҙа яр” экологик өмәһендә Ивановка ауылында йәшәүселәр әүҙем ҡатнашты.

Шишмә яҙмышына битараф булмағандар берлектәге эште әүҙем башҡарҙы. Тиргәмеш йылғаһы Ивановка ауылы буйлап аға.

Шуға ҡарамаҫтан, ҡайһы берәүҙәр  йылғаға кәрәкмәгән әйберҙәрен, ҡый-ғыпыр түгә. Улар һыуҙы бысратыуҙары, ауылдың йәмен ебәреүҙәре тураһында ла уйламай. Ауыл халҡына   тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл ҡарарға саҡырабыҙ.

Фото и информация: 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: