

Бәләкәскә ветеринар клиникала оператив ярҙам күрһәтәләр.
“Бер йәш самаһындағы айыу балаһы бик хәлһеҙ. Ул аҙыҡ эҙләп күп саҡрымдар үткән, башҡа хайуандар ҙа һөжүм иткәнгә оҡшаған. Башҡортостандың һунарсылыҡ хужалыҡтары территорияларының береһендә айыуҙың әсәһен атып үлтергәндәр һәм бәләкәс урман буйлап оҙаҡ йөрөгәнгә оҡшаған”,--тип хәбәр итә Силәбе өлкәһенең экология министры урынбаҫары Виталий Безруков.