ЭКОЛОГИЯ
5 Октябрь 2021, 18:22

Педагогия хеҙмәте ветерандары аллеяһы булдырылды

2-се Аҡъяр мәктәбе территорияһында  ветеран уҡытыусы һәм “Берҙәмлек” балалар йәмәғәт ойошмаһы йәшелләндереү акцияһында әүҙем ҡатнашты

Педагогия хеҙмәте ветерандары аллеяһы булдырылдыПедагогия хеҙмәте ветерандары аллеяһы булдырылды
Педагогия хеҙмәте ветерандары аллеяһы булдырылды

2-се Аҡъяр мәктәбе янында үҙ ғүмерҙәрен балалар уҡытыу кеүек изге эшкә бағышлаған уҡытыусылар аллеяһы булдырылды.

Ветерандар оло хәстәрлек менән ылыҫлы ағас үҫентеләрен ултыртһа, ирекмәндәр уларға ярҙам итеп, артабан ошо ағастарҙы тәрбиәләп торорға вәғәҙә иттеләр.

Акцияла ҡатнашыусылар бер тауыштан ағастарҙың тамырланып үҫеп китеүенә һәм  Аҡъяр урамына йәшеллек өҫтәйәсәгенә ышаныс белдерҙе.

 

МКУ Управление образования Хайбуллинского района

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас