ЭКОЛОГИЯ
15 Сентябрь 2021, 17:48

ШҮЛГӘН АЙЫУЫ КЕШЕНЕ ЭТ ШАЙЫ ЛА КҮРМӘЙ БАШЛАҒАН

Быйылғы аномаль эҫе тайыштабандарҙың да мейеһен ҡайнатты, ахыры. Әле тегендә, әле бында уларҙың кешеләр торлағында йөрөүе хаҡында хәбәрҙәр ишетелә.

ШҮЛГӘН АЙЫУЫ КЕШЕНЕ ЭТ ШАЙЫ ЛА КҮРМӘЙ БАШЛАҒАНШҮЛГӘН АЙЫУЫ КЕШЕНЕ ЭТ ШАЙЫ ЛА КҮРМӘЙ БАШЛАҒАН
ШҮЛГӘН АЙЫУЫ КЕШЕНЕ ЭТ ШАЙЫ ЛА КҮРМӘЙ БАШЛАҒАН
Быйылғы аномаль эҫе тайыштабандарҙың да мейеһен ҡайнатты, ахыры. Әле тегендә, әле бында уларҙың кешеләр торлағында йөрөүе хаҡында хәбәрҙәр ишетелә. Күптән түгел генә, мәҫәлән, көпә-көндөҙ Тимер ауылының осонда китеп барғанын күргәндәр.

Әбйәлил районында тау саңғыһы комплексы ресторанына ла айыу балаһы килгән. Хеҙмәткәрҙәр тайыш табандың эскә инергә теләп, баҫҡыста тапанып торғанын видеоға төшөрөп алған.

Айыу балаһы урмандан асығып килеп сыҡҡандыр, моғайын, тип фаразлай видео авторы. Шул уҡ ваҡытта айыуҡай үҙен тәртипле тотҡан, тирә-йүнгә ҡаранып, тәҙрә янындағы баҫҡысҡа менеп баҫҡан да бинаның эсен тикшерә башлаған. Тайыш табан менән осрашыу нисек тамамланғандыр – билдәһеҙ.

Ә Шүлгән мәмерйәһе тирәһен төйәк иткәне кешене эт шайы ла күрмәй башлаған, ти.

Ағымдағы йылдың майында уҡ “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығының музей-экскурсия комплексында бер нисә тапҡыр айыуҙы шәйләүҙәре тураһында хәбәр итәләр. Үткән йылдың көҙөндә экскурсия төркөмө менән Шүлгән мәмерйәһе эргәһендәге беренсе күперҙе үткән саҡта экскурсовод ҡыҙ ҙа күреп ҡалған урман хужаһын.

-Айыу кешеләрҙән бөтөнләй ҡурҡмай: бер нисә тапҡыр экскурсия һуҡмағына сыҡты, хатта ҡырмыҫҡа иләүен туҙҙырған ваҡытында Шүлгән мәмерйәһенә килеүсе туристарҙың телефонының камераһына ла төштө. Бер мәлде урман ситендәге ҡунаҡ өйҙәренең эргәһендә хасил булып, унда урынлашҡан кешеләрҙе лә ҡурҡытты. Умартасылар ҙа уны үҙҙәренең ҡорамалдарында мәңгеләштергән: бошмаҫ айыухан умарта тирәһендә йөрөй, ағасҡа менә, төҙөлөш материалдарын “өйрәнә”, - тип яҙған ул..

Күптән түгел “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы директоры урынбаҫары Инсур Ырыҫҡолов та уны үҙенең телефонының камераһына төшөрөп алған.
“Беҙ умарталыҡтың уҫаҡлыҡҡа терәлгән яғынан үтеп бара инек. Көмбәҙле ҡунаҡ йорттары тирәһендә айыу күҙгә ташланды. Уны ҡыуып ебәрә алманыҡ – тайыштабан кешеләрҙән бөтөнләй ҡурҡмай. Ҡыуа башлағас, бары тик умарта яғына йүнәлде һәм бөрйән ҡорттары төйәк иткән солоҡ ағасына менеп китте.

"Таң" гәзите
 
 
Автор:
Читайте нас