ЭКОЛОГИЯ
3 Сентябрь 2021, 11:48

Кәңәшмә темаһы: ҡоролоҡ эҙемтәләре

Хәйбулла районында  “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының төбәк бүлеге етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында йәйге ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты.

Кәңәшмә темаһы: ҡоролоҡ эҙемтәләреКәңәшмә темаһы: ҡоролоҡ эҙемтәләре
Кәңәшмә темаһы: ҡоролоҡ эҙемтәләре

Баймаҡ, Ейәнсура, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары ҡоролоҡтан  күберәк зыян күргән территориялар иҫәбенә инде. Урман янғындарының да күпселеге ошо райондарҙа теркәлде. Бынан тыш, һауа торошо шарттары ауыл хужалығы культураларына ярайһы уҡ зыян килтерҙе.

Сентябрь башына республика аграрийҙары сәсеү майҙандарының 95 процентында 1,9 млн. тонна иген йыйған. Уңыш кимәле гектарынан 13 процент тәшкил итә. Вице-премьер—республика ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов белдереүенсә,  ауыл хужалығы министрлығында  Башҡортостан территорияһында ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләре буйынса штаб төҙөлгән. Урып-йыйыу кампанияһы барышы, төбәктә орлоҡ һәм мал аҙығы әҙерләү контролдә тотола. Республиканың күп кенә райондарында йәйге осорҙа ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде. Был аграрийҙар финанс ойошмаларынан алған кредиттарҙы пролонгациялау нигеҙе булып тора, шулай уҡ алынған ауыл хужалығы техникалары өсөн лизинг түләүҙәр срогын оҙайтыу мөмкинлеген бирә.   Бындай ярҙам саралары Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы кимәлендә контролләнә.

“Кәрәк осраҡта хужалыҡтар етәкселәре район хакимиәттәре аша республика ауыл хужалығы министрлығына мөрәжәғәт итә ала,--тине Илшат Фазрахманов. –Беҙ шулай уҡ ҡоролоҡтан зыян күргән шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ла мал аҙығы һәм фураж менән ярҙам итә алабыҙ. Тағы ла  республика финанс министрлығы менән берлектә уларҙы һатып алыуға киткән сығым өлөшөн субсидиялау мөмкинлеген ҡарайбыҙ”.

Муниципалитеттар башлыҡтары бындай ҡарарҙың актуаль булыуын билдәләне. Вице-премьер әйтеүе буйынса,  ошо ярҙам сараларын финанслау мәсьәләһен ике аҙна эсендә хәл итергә планлаштыралар. Киләһе йылда ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙе сифатлы орлоҡ фонды һәм ашламалар менән тәьмин итеү тағы бер мөһим йүнәлештәрҙең береһе.

Илшат Фазрахманов билдәләүенсә, Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы был хәлде контролдә тота һәм яҡын арала  ошо юҫыҡта һөҙөмтәле ярҙам саралары өҫтөндә эшләү өсөн хужалыҡтарҙағы иҡтисади хәлдәр торошо буйынса мәғлүмәт йыясаҡ.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Башҡортостандың көньяғын үҫтереү перспективаһында ауыл хужалығы ерҙәрен мелиорациялау системаһы тураһында фекер алышты. Был йүнәлеш тәү сиратта Урал аръяғында үҫеш аласаҡ.

Башинформ

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас