ЭКОЛОГИЯ
25 Август 2021, 04:18

Сылтырап аҡһын шишмәкәй

Ивановка ауылында ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары  шишмәне таҙартыу буйынса экологик өмәгә сыҡты

Сылтырап аҡһын шишмәкәйСылтырап аҡһын шишмәкәй
Сылтырап аҡһын шишмәкәй

Ивановка ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары һыу сығанағы янындағы ағас ботаҡтарын йыйып, шишмәнең үҙен ҡойолған япраҡтарҙан, ҡомдан таҙарттылар.

Бынан тыш, шишмә  янындағы  сүп-сар, ҡороған үләндәрҙе йыйҙылар.

Бындай экологик өмәләр бик кәрәк. Был шишмә лә  сүп-сарҙан арынып,  өмәлә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдергәндәй, сылтырап ағып, үҙ юлын дауам итте.

 

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас