ЭКОЛОГИЯ
18 Август 2021, 10:48

Әсе үлән – хәүефле үҫемлек

Хәйбулла районында карантин фитосанитар режим индерелгән 

Әсе үлән – хәүефле үҫемлекӘсе үлән – хәүефле үҫемлек
Әсе үлән – хәүефле үҫемлек

Хәйбулла районында үрмәле әсе үлән (русса – горчак ползучий) буйынса карантин фитосанитар режим индерелгән һәм карантин фитосанитар зона булдырылған.

Россельхознадзорҙың Башҡортостан референт үҙәгенең матбуғат секретары Альберт Хисаметдинов хәбәр итеүенсә, Хәйбулла районы биләмәһенең карантин фитосанитар торошон күҙәтеү барышында үтә хәүефле карантин ҡый үләненең сығанағы республика буйынса Россельхознадзор идаралығының дәүләт инспекторы тарафынан асыҡланған.

Шәхси эшҡыуарҙың ауыл хужалығы тәғәйенләшендәге ер участкаһында 0,01 гектар майҙанда республика өсөен яңы карантин объекты – үрмәле йәки алһыу әсе үлән үҫеүе асыҡланған. Буфер зонаһының майҙаны 132 гектар тәшкил итә.

 

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас