ЭКОЛОГИЯ
18 Август 2021, 16:57

Аҡъюл ауылы янындағы янғын ауыҙлыҡланды

Әлеге ваҡытта бында дежурлыҡ ойошторолған

Аҡъюл ауылы янындағы янғын ауыҙлыҡландыАҡъюл ауылы янындағы янғын ауыҙлыҡланды
Аҡъюл ауылы янындағы янғын ауыҙлыҡланды

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса Аҡъюл һәм Ғәлиәхмәт ауылдары араһындағы янғын ҡамауға алынған. Мәғлүм булыуынса, кисәнән алда бында ут сығып, ул туҡтатылды. Ләкин кисә көслө дауыл сығып, ут Ҡом йылғаһы аша ҡаршылағы тауҙың итәгенә күскән һәм артабан тиҙ арала таралған. Бөгөн “ҡыҙыл әтәс” менән көрәшкә янғын һүндереүселәр, ирекмәндәр, ауыр техника йәлеп ителде. Һәм дөйөм тырышлыҡ менән хәл контролгә алынды.

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Аҡъюл ауылы янындағы урман янғыны буйынса һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы:

–Кисә көслө дауыл сығып, ут үҙәндең икенсе яғына күскән. Аҫта тарлауыҡ буйлап Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының тракторы, ә тау өҫтөндә, сабынлыҡ булған ерҙә Башҡортостан сода компанияһының ауыр техникаһы һәм “Аквасервис” предприятиеһының грейдеры, тағы бер урында “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең тракторы һаҡлаусы һыҙаттар яһаны. Әйткәндәй, бөгөн урындағы халыҡтың тәҡдиме менән, текә битләү буйлап,  ҡул көсө менән ер ҡаҙылып, минералләштерелгән һыҙат барлыҡҡа килде - был бик ҙур хеҙмәт. Һөҙөмтәлә текә битләү буйлап та ут туҡтатылды. Әлеге ваҡытта янғын тулыһынса ҡамауға алынды. Хәҙер һөрөлгән  һыҙаттарҙы киңәйтеү һәм нығытыу менән мәшғүлбеҙ. Шулай уҡ дежурлыҡ та ойошторолған: ранецтар менән 200-ҙән ашыу кеше уттың һыҙаттар аша үтеүенә юл ҡуймайҙар. Урындағыларҙан тыш, бында Күгәрсен һәм Баймаҡ райондарынан килгән янғын һүндереүселәр эшләй.

Аҡъюл ауылы янындағы янғын ауыҙлыҡланды
Аҡъюл ауылы янындағы янғын ауыҙлыҡланды
Аҡъюл ауылы янындағы янғын ауыҙлыҡланды
Аҡъюл ауылы янындағы янғын ауыҙлыҡланды
Аҡъюл ауылы янындағы янғын ауыҙлыҡланды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас