ЭКОЛОГИЯ
16 Август 2021, 13:25

Урман янғындарына бәйле һуңғы мәғлүмәттәр ниндәй?

"Ямғырҙар юҡ, көндәр эҫе торасаҡ..."

Урман янғындарына бәйле һуңғы мәғлүмәттәр ниндәй?Урман янғындарына бәйле һуңғы мәғлүмәттәр ниндәй?
Урман янғындарына бәйле һуңғы мәғлүмәттәр ниндәй?

Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә урман янғындарына бәйле һуңғы хәлдәр тураһында һөйләне.

“Янғын хәүефе ҙур булған осор әле генә тамамланмаҫ кеүек. Синоптиктарҙың фараздарын күреп тораһығыҙ, бер яҡшы хәбәр ҙә юҡ. Ямғырҙар юҡ, көндәр эҫе торасаҡ. Шуға күрә беҙгә ошондай юғары әҙерлек тәртибендә йәшәүҙе дауам итергә кәрәк”, – тине ул.

Шулай уҡ Радий Фәрит улы, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәровҡа мөрәжәғәт итеп: "Иң мөһиме – янғынды ваҡытында асыҡлау һәм тиҙ арала ҡамап алыу кәрәк", – тине.

– Янғындарға махсус иғтибар бүлегеҙ. Әлегә барыһы ла контролдә, ҙур күләмлеләре юҡ. Ваҡытында белдерегеҙ, беҙ шунда уҡ бульдозерҙар һәм башҡа техника ебәрәсәкбеҙ. Кеше кәрәк булһа, кешеләрҙе лә йыясаҡбыҙ. Ирекмәндәр менән шулай булды ла. Ҡабатлап әйтәм: иң мөһиме – ваҡытында әйтегеҙ, – тине республика Башлығы.

Фәрит Ғүмәров янғындарға шәхси иғтибары өсөн республика етәксеһенә рәхмәт әйтте. Ваҡытында ҙур предприятиеларҙан ауыр техника килеүе арҡаһында ҙур усаҡтар баҫылған.

Комитет рәйесе белдереүенсә, үткән аҙнала республикала 30 янғын теркәлгән. 16 август иртәһенә ҡарата 10 усаҡ ғәмәлдә, уларҙың алтыһы ҡамап ҡуйылған. Был янғындарҙы һүндереүе ауыр, сөнки улар тиҙ тарала һәм барып етеүе уңайһыҙ ерҙә. Профессиональ янғын һүндереүселәргә ярҙамға урындағы халыҡ менән ирекмәндәр дәррәү ҡушыла.

Ут һүндереү өсөн урындарға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығының аэромобиль төркөмдәре, дәүләт комитетының янғын расчеттары һәм Росгвардияның пилотһыҙ аппараттары ебәрелгән.

 

 

 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Альфия Мингалиева
https://bashgazet.ru/articles/novosti/2021-08-16/yan-yn-men-n-k-r-shk-nd-i-m-ime-va-yt-2466574
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас