ЭКОЛОГИЯ
15 Августа 2021, 15:43

Янғын һүндереүселәргә ҙур рәхмәт!

*

Янғын һүндереүселәргә ҙур рәхмәт!Янғын һүндереүселәргә ҙур рәхмәт!
Янғын һүндереүселәргә ҙур рәхмәт!

Хәйбулла районында Урыҫбай ауылы тирәһендәге урман янғындары буйынса һуңғы мәғлүмәттәр менән район хакимиәте башлығы  Рөстәм Шәрипов таныштырҙы:

 – Кисә 14 августа 15:00 сәғәткә ҡарай, Урыҫбай ауылы тирәһендәге урман янғыны тулыһынса ауыҙлыҡланды, уны уратып һаҡлау һыҙаттары булдырылды. Әлеге ваҡытта “һуңғы нөктә” ҡуйырға иртә. Бөтә көстәр утты ҡамалған биләмәнән сығармауға йүнәлтелгән. Ошоға бәйле бында дежурлыҡ ғәмәлдә ҡала. Бында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дәүләт комитетының хеҙмәткәрҙәре һәм янғын һүндереү машиналары, бынан тыш өс ауыр техникаһы, урман хужалығы һәм район хакимиәте вәкилдәре урында эшләй. Янғындарға ҡаршы көрәштә ярҙам ҡулын һуҙғандарҙың һәммәһенә лә оло рәхмәтемде белдерәм, - тине ул.

Әйткәндәй, бөгөн янғын һүндереүселәрҙең бер өлөшө, шулай уҡ ирекмәндәр оҙатылды. Әммә уяулыҡты юғалтырға ярамай, шуға ла урмандарҙа дежурлыҡ һаҡлана.

Янғын һүндереүселәргә ҙур рәхмәт!
Янғын һүндереүселәргә ҙур рәхмәт!
Янғын һүндереүселәргә ҙур рәхмәт!
Янғын һүндереүселәргә ҙур рәхмәт!
Янғын һүндереүселәргә ҙур рәхмәт!
Янғын һүндереүселәргә ҙур рәхмәт!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас