

Хәйбулла районында урман яғындарын менән көрәшеү өсөн төрлө яҡтарҙан ирекмәндәр йыйыла. Улар араһында баш ҡалабыҙ Өфөнән килгән Рушан Насировты осраттыҡ.
–Интернет сығанаҡтарында ярҙам кәрәк тип оран һалғастар, Хәйбуллаға ашығып килдек. Әммә бында килеп еткәс, хәл-торош тыныс, бер ниндәй ҙә паника юҡлығын күрҙек. Бындай ҙур янғындарҙы һүндереүҙә тәүге тапҡыр ҡатнашам, уны туҡтатыу, контролгә алыу буйынса эштең яҡшы ойошторолғанына инандым. Барыһына ла “афарин!” тиергә генә ҡала, – ти Рушан Насиров.